Филипп Боссан: "Башҡортостан бар донъяны таң ҡалдырҙы"

Филипп Боссан: "Башҡортостан бар донъяны таң ҡалдырҙы"
"Торатау" конгресс-холының матбуғат үҙәгендә CIOFF Президенты Филипп Боссан, Рәсәй милли секцияһы президенты, В. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡортостандағы Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, VI Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекцияның башҡарыу директоры Артур Әлибәков, Фольклориаданы асыу һәм ябыу тантанаһы директоры һәм баш режиссеры, "Фольклориада йөрәге" фестиваленең координаторы Айҙар Зөбәйҙуллин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. 

Филипп Боссан иң башта оло халыҡ-ара фольклор йыйынын ойоштороусыларға, республикаға рәхмәт белдерҙе. Башҡортостандың ҙур халыҡ-ара сараларҙы үткәреүгә әҙерлеге юғары булғанын, тағы ла ҡатмарлыраҡ сараларҙы ла ҡабул итә аласағын билдәләне. Кисәге тамашаның сикһеҙ талантлы, ғәжәйеп күренеш булғанын, уның ошоға тиклем күргән оҡшаш сараларҙан күпкә сағыулығын айырып әйтте. "Башҡортостан бар донъяны таң ҡалдырҙы", - тине ул. Һеҙҙе нимә иң ныҡ ғәжәпләндерҙе, тигән һорауға:

"Ниндәйҙер бер мәлен айырып билдәләүе ауыр. "Ғәжәп, ғәжәп!" тигән һүҙҙе генә ҡабатланым. Шул тиклем көслө тәьҫораттар алдым. Тамашаның масштабы үҫкәндән-үҫә барҙы", - тине.

Татьяна Пуртова: "Башҡортостан һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды, – тип билдәләне. – Ысын күңелдән әйтәм быны". Ул да Фольклориаданың тәүге көнөнән алған көслө тәьҫораттары менән бүлеште. Сараны асыу тантанаһындағы театрлаштырылған тамашаны баһалап, режиссерҙың эшенә юғары баһа бирҙе.

"Йөкмәткеһе хатта бер ниндәй аңлатыуһыҙ ҙа асыҡ, аңлайышлы булыр ине", - тине ул.

Айҙар Зөбәйҙуллин фестивалде асыу тантанаһына әҙерлектең үҙенсәлектәренә, ҡайһы бер нескәлектәренә туҡталды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb