Бөгөнгә VI Бөтә донъя фольклориадаһының үҙенсәлекле концерттары Башҡортостандың туғыҙ муниципаль берәмегендә булды.
Әле фестиваль Учалы ҡалаһында дауам итә. Тамашасылар Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Албания кеүек илдәрҙең мәҙәниәте менән таныша. Көндөҙгө сәғәт 3-тә Фәләстин, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния коллективтары Борай районында сығыштарын башлай. Шул уҡ ваҡытта Тәтешле районы Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай һәм Бенин вәкилдәрен ҡабул итә.
Төштән һуң сағыу концерт программаһы Октябрьский ҡалаһында башлана. Үҙ мәҙәниәтен һәм йолаларын Польша, Боливия, Рәсәй, Болгария, Мексика коллективтары күрһәтә. Ижади форумда республика район, ҡалаларындағы ижади коллективтар ҙа ҡатнаша.
Сит ил ҡунаҡтарының сығышын Өфөлә лә ҡарарға мөмкин. Бөгөн төш ваҡытында “Торатау” конгресс-холының үрге майҙанында Ҡаҙағстан, Испания, Индонезия, Австрия, Колумбия ансамблдәре сағыу тамаша ҡора. Кис “Торатау” амфитеатрында Словакия, Панама, Греция коллективтары концерт ҡуя. Кисәнең төп ҡунағы – Франциянан Plantec төркөмө һәм Мәскәү волынщиктар ансамбле.