Аҙнанан ашыу барған милли мәҙәниәттәр фестивале тамамланыуға яҡынайған һайын, күңелдәр йомшара бара, шатлыҡ хисе еңел һағыш менән ҡатыша...
Кульминацион мәл – теләктәр яҙылған ваҡыт капсулаһын VII Фольклориада вәкилдәренә еткереү. Был иҫтәлекле сараны Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тормошҡа ашырҙы: капсуланы CIOFF президенты Филипп Боссан ҡулына тапшырҙы.
Бынан аҙаҡ, Фольклориаданың рәсми рәүештә ябылыуын иғлан итер өсөн, Ә. Шафиҡова менән Ф. Боссан һүҙ алды. Бар тирә-яҡ, тамашасылар, ҡатнашыусылар был мәлдә моңло һағышҡа сорналды.