Республикала үткән Бөтә донъя Фольклориадаһына (CIOFF) башҡорт костюмы кейҙерелгән 2000 самаһы ҡурсаҡ - матрешка эшләнә. Уларҙы «Ағиҙел» Башҡортостан һынлы сәнғәт әйберҙәре етештереү Дәүләт унитар предприятиеһы әҙерләйәсәк.
Ҡурсаҡтарҙы рәссамдар үҙ ҡулдары менән биҙәй. Уйынсыҡтар нигеҙҙә Дим башҡорттары кейемендә эшләнә. Шулай уҡ башҡорт эпостары геройҙары, батырҙар һынландырыла. Уйынсыҡтарҙы әҙерләүҙән алда «Ағиҙел» хеҙмәткәрҙәре республика буйынлапа экспедицияларға сыға, ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнә һәм этнографтар менән кәңәшләшә.
«Матрешка – башҡорт милли кейеменең шартлы рәүештә ете комплекска бүленеүе, ысынында иһә бик күп төрлө икәнлеген күһәтә. “Беҙ бик күп райондарға барырға тура килде», - тип һөйләй этнодизайнер Мира Дәүләтова.
Мәҫәлән, “төньяҡ-көнбайыш матрешкаһы”нда хәситә (ҡулбаш аша кейелгән түшелдерек) һәм уҡа-иҙеү кеүек бик ҡыҙыҡлы элементтар күреп була.