Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәргә әҙерләнә

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәргә әҙерләнә

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәнә «Беҙ — Рәсәй» федераль проектында ҡатнаша. Проектты Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Беҙ — Рәсәй» программаһы сиктәрендә Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «РОСКОНЦЕРТ» мәҙәниәт учреждениеһы тормошҡа ашыра. Программа сиктәрендә ғәскәровсылар Калининград, Силәбе, Пенза өлкәләрендә, шулай уҡ Удмурт, Мордовия республикаларында концерттар менән сығыш яһарға йыйына.

2022 йыл Башҡортостандың дәүләт ансамбле өсөн бик иҫтәлекле, ансамбль коллективҡа нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуҙы билдәләй. Юбилей туры сиктәрендәге тәүге концерт 28 февралдә Мәскәү ҡалаһында үтәсәк. Артабан ғәскәровсылар Рәсәй ҡалалары - Йошкар-Ола, Яр Саллы, шунан Башҡортостан буйлап - Ишембай, Дүртөйлө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез буйлап гастролдәрен дауам итер. 

31 мартта һәм 2 апрелдә иһә Өфөлә ҙур концерттар планлаштырылған. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb