16 октябрь, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфиә Рафиҡова үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.
Гөлфиә Булат ҡыҙы ғүмеренең матур миҙгелен үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршыланы. Сағыу гөлләмәләр, иң изге теләктәр, ҡайнар хистәр һәм дә һөйөү һүҙҙәре бары тик юбилярға бағышланды.
Ҡотлау һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Абушахманов сығыш яһаны.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Туған театры исеменән йылы ҡотлау һүҙҙәрен театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов еткерҙе.