Гүзәл Ситдиҡова балалар араһында шиғыр һөйләү бәйгеһе иғлан итте

Гүзәл Ситдиҡова балалар араһында шиғыр һөйләү бәйгеһе иғлан итте

Башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова шиғыр һөйләү буйынса конкурс иғлан итте. Унда 3 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Конкурстың йәнә бер шарты – Гүзәл Ситдиҡова ижад иткән шиғырҙарҙың береһен һөйләү.

“Шиғырҙарымды һөйләп видеоға төшөп ебәргән балаларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. "Апай, шиғырҙарығыҙҙы һөйләүгә конкурс иғлан итһәгеҙ ине", – тип тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Тәҡдимде ҡабул итеп, шиғыр бәйгеһе иғлан итергә булдым”, – тип яҙа Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәһендә.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығышы ике төркөмдә – мәктәпкәсә йәштәгеләр (3-7 йәштәге балалар) һәм мәктәп уҡысылары (8-12 йәштәгеләр) араһында баһалана. Еңеүселәр аҡсалата бүләкләнә. Шулай уҡ конкурсанттарҙың барыһына ла Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы үҙенең китабын бүләк итәсәк.

Бәйге 10 ғинуарҙан 31-енә тиклем бара. Йәште, йәшәгән урынды күрһәтеү мотлаҡ. Виделарҙы ошо һылтанма буйынса урынлаштырырға кәрәк: https://vk.com/id144637633?w=wall144637633_24932 .

Шиғырҙарҙы әҙибәнең китаптарынан йә түбәндәге төркөмдәрҙән алырға мөмкин:
https://vk.com/topic-25661061_25536745
https://vk.com/topic-25661061_25442700
https://vk.com/topic-25661061_28716854 .

Белешмә:

Гүзәл Ситдиҡова - Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.

Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы өсөн ете дәғәүәсе араһынан яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға бирелде.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды.

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

Нурзиә Хәсәнова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb