18 ғинуарҙа Туймазы дәүләт татар драма театрында күренекле совет драматургы Людмила Разумовскаяның пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Хөрмәтле Елена Сергеевна” спектакленең премьераһы булды.
Пьеса сығарылыш синыф уҡыусыларының бөтөнләй ярамаған юлдар аша экзамен эштәрен төҙәтергә ынтылыштары хаҡында. Маҡсаттарын ысынға ашырыр өсөн йәштәр хатта енәйәткә барып етә яҙа.
Ни өсөн йәш үҫмерҙәр араһында ҡырыҫ тәбиғәтле, ҡанһыҙҙары осрай? Нисек йәмғиәткә лайыҡлы, ысын кешеләр тәрбиәләргә? Нисек ҡатмарлы тормош юлында кешелеклелек сифаттарын һаҡлап ҡалырға?
Спектакль тәүге тамашасыларҙы шундай уйҙарға һалды. Кешелек доньяһында булған ҡанһыҙлыҡ, ҡаты бәғерлелек йәнде әрнетте.
Сәхнә әҫәренең режиссеры һәм музыкаль яҡтан биҙәүсеһе—Редик Ғәниев, ҡуйыусы рәссам - Рима Госманова.
Уҡыусыларҙы ысын кешеләр итеп тәрбиәләргә ынтылған Елена Сергеевна образын талантлы актриса Динара Вәхитова башҡарҙы. Сығарылыш синыф уҡыусылары ролдәрен Рөстәм Шәйхумов, Фирдүс Гәрәев, Алсу Сәйфуллина, Илсур Миңнегалин ижад иткән. Шулай уҡ спектаклдә театр артистары -Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Данил Нуриханов, Әлфиә Ғайсарова, Алсу Вәлиева, Динара Ғимаҙиева уйнай.
Театр репертуарына тәрән мәғәнәле сәхнә әҫәре өҫтәлде. Спектакль сығарыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ижадсыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас котлайбыҙ.