Нефтекамала сит ил ҡунаҡтары концерт башланғанға тиклем урындағы мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған интерактив һәм милли майҙансыҡтар менән танышып сыҡты.
Улар халыҡ менән ихлас фотоға төштө, аралашты, халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы, сувенирҙар алды. Ә бына татар милли майҙансығында Һиндостандан ҡунаҡтар армрестлингта үҙ көсөн һынарға булды. Гуджират штатынан Далеш Эмрабат дуҫы менән көс һынашҡан арала Нефтекама тураһында тәьҫораттары менән бүлешергә лә өлгөрҙө.
"Бында һоҡланғыс мөхит, шундай ихлас халыҡ һәм матур тәбиғәт, - тине ул. - Ныҡ арыныҡ: көн дә сығыш яһайбыҙ, ҡаты график. Шулай ҙа һәр урында тамашасыларҙың йылы ҡабул итеүе бар арыуҙы оноттора, көс өҫтәй. Һәм көн дә иртән яңы ауыл һәм ҡалаларға илһамланып юлланабыҙ, ихлас сығыш яһайбыҙ".
Рәүилә Ғатауллина