Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы асылды. Был сара ҡурайҙа уйнау йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға ҡурайҙа уйнау сәнғәтен йәйелдереүгә йүнәлтелгән.
«Бөгөн Хәйбулла районында башҡорт халҡының милли уйын ҡоралына арналған сағыу байрамдарҙың береһе уҙа. Йомабай Иҫәнбаев ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙан иҫәпләнә. Ул сит ил сәхнәһендә милли сәнғәтте күрһәткән тәүге башҡорт музыканттарының береһе булды», - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һәм ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы исеменән сәләмләне.