12-14 августа Иглин районының Ләмәҙ ауылы мәҙәниәт йортонда художестволы кейеҙ оҫталары өсөн «Башҡорт кейеҙендә орнамент» республика семинар-практикумы уҙҙы.
«Башҡорт кейеҙендә орнамент» проекты барышында биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамдары сентябрҙә «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында үтәсәк кейеҙ оҫталары республика конкурсы өсөн эштәр әҙерләне. Семинарҙа Йылайыр, Белорет, Кушнаренко, Дүртөйлө, Иглин райондары, Өфө һәм Учалы ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.
Оҫталыҡ дәресен М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Тәлғәт Мәсәлимов үткәрҙе.
Кейеҙ баҫыу оҫталары Ләмәҙ лагерында ял итеүсе балалар өсөн ике көн дауамында дәрестәр үткәрҙе, уларға кейеҙҙең тарихын һөйләне һәм унан төрлө әйбер яһау серҙәрен өйрәтте.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Иглин районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Иглин районының Балалар сәнғәт мәктәбе.
Иглин районында кейеҙгә бағышланған проекттар уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Бынан алда төбәктә «Мең башҡорттары легендалары һәм йырҙары» (тирмәне панно-йыһазландырыу тематик серияһы), «Иглина алпауыт менән Яңы йыл» кеүек ҙур саралар тормошҡа ашырылды.