Илдар Абдразаҡов итальян телендәге йырҙарҙы иң яҡшы башҡарыусы номинацияһында премияға лайыҡ булды

Илдар Абдразаҡов итальян телендәге йырҙарҙы иң яҡшы башҡарыусы номинацияһында премияға лайыҡ булды

Опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов «Итальян телендәге йырҙарҙы һоҡланғыс итеп башҡарыусы» номинацияһында премияға лайыҡ булды.

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Ла Скала театрында тәүге тапҡыр сығыш яһауыма егерме йыл тулған йылда Италияла премия алыу — минең өсөн ҙур хөрмәт! VLLABERTELLI фонды президенты Эрминдо Туччиға донъяла «Итальян телендәге йыр»ҙарҙы һоҡланғыс итеп башҡарыусы номинацияһындағы премия өсөн рәхмәт», — тип яҙҙы ул.

Илдар Абдразаков — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ике Грэмми премияһы эйәһе, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең популяр опера йырсыларының береһе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb