Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Халыҡтар ассамблеяһы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Илеш районындағы Муса Гәрәев исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Гүзәл Нуриева Салауат Юлаевтың тыуыуына 268 йыл тулыу уңайынан балаларға уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Унда «Орленок» лагерының ете отрядынан 150 самаһы бала ҡатнашҡан.
Гүзәл Рәсим ҡыҙы уҡыусыларға милли геройыбыҙҙың тормошо, ижады тураһында һөйләгән, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ сифаттарын билдәләгән.
Балалар уҡ атырға өйрәнгән. Оҫталыҡ дәресе барған урында фотозона ла эшләгән. Унда һәр кем төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәрен кейеп ҡараған.
– Йәш быуындың күпте белгәне һөйөндөрҙө. Беҙҙең балалар үҙ тарихы менән ғорурлана - был бик шәп. Ошондай күркәм тәрбиә биргән өсөн ата-әсәләргә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт, – тип фекерҙәре менән бүлешкән Гүзәл Нуриева.