Илеш районында Муса Гәрәевтың музейы яңыртыла

Илеш районында Муса Гәрәевтың музейы яңыртыла

Быйыл Башҡортостанда легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр. Осоусының тыуған төйәге Илеш районында ла иҫтәлекле саралар уҙғарыла. Ошо датаға Үрге Йәркәй ауылындағы Муса Гәрәевтың музейы ла яңыртыласаҡ. Әле ремонт эштәре тамамланыу этабында.

Музей биләмәһен капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү өсөн «Мәҙәниәт инфраструктураһын үҫтереүҙең сифатлы яңы кимәлен тәьмин итеү» («Мәҙәни мөхит») төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан субсидия бүленгән. Музей республика бюджетынан 10 332 250 һум алды. Был сумманан музейға 7 500 000 һумдан ашыу тотонолдо һәм музейҙың филиалы булған Ташшишмә ауылында Муса Гәрәевтың йорт-музейына 2 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

Бөгөнгө көнгә музейҙа күргәҙмә залы капиталь ремонтланған, йылылыҡ трассаһы торбалары алмаштырылған һәм йылытыу системаһы монтажланған, тротуар плиткаһы һалынған, күтәрмә һәм япма яңыртылған, урам фонарҙары ҡуйылған. Әле скверҙа урынлашҡан самолетты реставрациялау башланды. Эштәрҙе 1 июлгә тамамлау планлаштырыла.

8 июлдә Үрге Йәркәйҙә юбилей саралары: Муса Гәрәев һәйкәлен һәм яңыртылған музейҙы асыу, тантаналы митинг үтәсәк. Ә Ташшишмә ауылында һабантуй, күргәҙмә, авиаторҙарың күрһәтмә осоштары үтәсәк.

- Төп юбилей тантаналары геройҙың тыуған төйәгендә ойошторола. Ошо датаға муниципалитеттың хәйриә фонды иҫәбенән Илеш районында танылған летчикка һәйкәл ҡуйыласаҡ. Район биләмәһендә шәхестең исеме менән бәйле объекттар буйлап туристик маршрут әҙерләгәндәр, Үрге Йәркәй ауылындағы геройҙың музейы яңы уникаль экспозиция ойошторолған.

Музей биләмәһендә, М.Гәрәев скверында, 2012 йылда АН-2 самолеты ҡуйылды. Теләгән һәр кем самолет салонына үтеп, штурвал артында, пассажирҙар урындарында ултыра ала. Экскурсияға ололар ҙа, кеселәр ҙә, мәктәп, балалар баҡсаһы уҡыусылары ла килә, самолет ҡарай, фотоға төшә. Буласаҡ быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү өсөн был һәйкәлдең әһәмиәте ҙур, был тыуған төйәк өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уятыусы иҫтәлекле урындарҙың береһе, - тип һөйләне музейҙың ғилми хеҙмәткәре Фәриҙә Нуриәхмәтова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb