Уҙған аҙнала Ишембай районының Этҡол ауылындағы күп функциялы китапханаһында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Өфөнән килгән ҡунаҡ - "Билбау" ижад берекмәһе етәксеһе Гүзәл Мостафина Ишембай районының ҡул эшенә маһир оҫтабикәләргә традицион башҡорт балаҫын һуғыу серҙәрен асҡан.
Гүзәл Рәис ҡыҙы күрше ауылдарҙан килгән оҫталарҙың ҡул эштәре менән дә танышҡан һәм үҙ баһаһын биргән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә яңыртылған күп функциялы был китапхана яңыраҡ - уҙған йылдың декабрь аҙағында асылды.