Йәш быуын Үрге Этҡол моделле китапханаһында туҡыу сәнғәте менән танышты

Йәш быуын Үрге Этҡол моделле китапханаһында туҡыу сәнғәте менән танышты

Ишембай районы Үрге Этҡол ауылының 11-се моделле китапхана-филиалында балаларҙы туҡыу сәнғәте менән таныштырҙылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, моделле китапхана уҙған йылдың декабрендә «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылғайны.

Туҡыу - ул боронғо һөнәр, уның тарихы тәүтормош йәмғиәте осоронан башлана һәм кешелекте бөтә үҫеш баҫҡыстарында оҙатып бара.

Китапханасы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова туҡыусылыҡ барлыҡҡа килгәнгә тиклемге үрелгән әйберҙәр хаҡында һөйләне.

Фольклор төркөмөндә ҡатнашыусы, балаҫ һуғыу оҫтаһы Нәзирә Хәйбуллина һарыҡ йөнөнән еп эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Сара халыҡ кәсептәре буйынса интерактив викторина менән оҙатылып барҙы.

Йәш быуын Үрге Этҡол моделле китапханаһында туҡыу сәнғәте менән танышты
Йәш быуын Үрге Этҡол моделле китапханаһында туҡыу сәнғәте менән танышты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb