Йәш композиторҙарҙың «Партитура» Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ Ринат Камалов лауреат булды

Йәш композиторҙарҙың «Партитура» Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ Ринат Камалов лауреат булды

Конкурста ҡатнашыу өсөн тотош илдән 840 заявка бирелгән. Жюри милли колориттың, телдең байлығына айырыуса ҙур иғтибар биргән. Башҡорт мотивтарына нигеҙләнгән әҫәрҙә Ринат Камалов йырсы Иҙел Аралбаев башҡарыуындағы ҡурай моңон һәм вокал солоһын файҙаланған. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Лауреаттарҙың концерты 25 ноябрҙә П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында булды. Унда Дәүләт академия симфоник оркестры Павел Коган идаралығында «кино һәм музыка», «эстрада-симфоник музыка» номинациялары еңеүселәренең әҫәрҙәрен башҡарҙы.

«Минең өсөн лауреаттар араһында булыу оло мәртәбә. Жюриға, оркестрға, дирижерға һәм тыңлаусыларға юғары баһа өсөн ҙур рәхмәт! Шулай уҡ ҡатыныма, яҡындарыма, коллегаларыма һәм ихлас ярҙамы, юғары һөнәри оҫталығы өсөн Иҙел Аралбаевҡа рәхмәт белдерәм», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ринат Камалов.

Йәш композиторҙарҙың «Партитура» Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ Ринат Камалов лауреат булды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb