Хәйбулла районында 16-17 сентябрҙә үткән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында 320-нән ашыу кеше ҡатнашты. Бәйге Аҡъяр ауылында ике көн дауамында барҙы. Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Бикҡолов сараның хөрмәтле ҡунағы булды.
Фестивалде ябыу тантанаһында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың сәләмләү адресын уҡып ишеттерҙе.
"Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм үҙемдең исемдән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы, ойоштороусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләйем. Халыҡтың музыкаль традицияларын һаҡлауғаһаҡлауға, тергеҙеүгә һәм йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә һйүнәлтелгән бәйге әлеге көндә Хәйбулла районының визит карточкаһына әүерелде. Был конкурстың ҡурай моңон беренсе булып сит ил сәхнәһенән яңғыратҡан, тәүгеләрҙән булып ҡурай сәнғәтен профессиональ сәхнәгә алып сыҡҡан ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналыуы оло ихтирамға лайыҡ. Ул сәнғәт донъяһында яҡты эҙ ҡалдырған күренекле шәхес. Ҡурайсылар араһында был конкурстың лауреаты булыу улар өсөн ҙур дәрәжәгә эйә. Ғөмүмән, йылдан-йыл конкурста ҡатнашыусыларҙың һаны, ҡурайҙа уйнау оҫталығы кимәле лә арта ара. Быйылғы конкурста Мари ИлеИле Республикаһынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Красноярск крайынан ҡатнашыусыларҙың булыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Байрамды ойоштороуға ҙур көс һалған өсөн Хәйбулла районы хакимиәтенә оло рәхмәтемде белдерә. Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе бөгөнгө байрам менән ҡотланы, барығыҙға ла ижади уңыштар теләйем. Бәйгеселәр киләсәктә Башҡортостаныбыҙҙың биҙәге булып, беҙҙе рухландырып йәшәһен!”- тиелгән сәләмләү хатында.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-приҙы Хәйбулла районынан Рәдиф Бохарбаев яуланы. 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар ансамблдәре араһында беренсе урынға Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө ҡалаһы) лайыҡ булды (етәксеһе – Вәсил Баймырҙин). 16 йәштән өлкән ҡурайсылар ансамбле номинацияһында Буранбай сәсән исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Баймаҡ районы) иң яҡшыһы булды (етәксеһе – Илнур Аслаев). 12 йәшкә тиклемге солистар араһында беренсе дәрәжә диплом Илһам Юлгилдинға (Йылайыр районы) тапшырылды. 12-16 йәшлек солистар номинацияһында - Динислам Утарбаев (Сибай ҡалаһы), 16 йәштән өлкән башҡарыусылар араһында Ринат Нурмөхәмәтов (Салауат районы) һәм Ыласын Мәғәфүров (Белорет районы) беренсе урынға лайыҡ булды.
Иң өлкән ҡатнашыусы - Мари Иле Республикаһынан 80 йәшлек Муса Нурдәүләтов, ә иң йәше - 8 йәше тулған Сибай ҡалаһынан Арыҫлан Хәсәнов. Ишемғоловтар (Хәйбулла районы), Ғайсиндар (Ауырғазы районы), Сөңгөровтар (Хәйбулла районы), Дәүләтшиндар (Баймаҡ районы) ғаиләләре лә дипломдар менән билдәләнде. Программа сиктәрендә конкурста ҡатнашыусылар һәм уларҙың остаздары өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, конкурс жюрийы рәйесе Юлай Ғәйнетдинов ҡурайҙа уйнауҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы йәмәғәт ойошмаһы.
Белешмә:
Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) - ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул сит ил сәхнәләрендә (Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия) милли сәнғәтте танытҡан тәүге башҡорт музыканттарының береһе булды. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.