Йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишева үҙенең 90 йәше уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге премия менән бүләкләнде

Йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишева үҙенең 90 йәше уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге премия менән бүләкләнде

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд советы ҡарары менән 90 йәшлек юбилейы айҡанлы Ләлә Биишева Мәжит Ғафури исемендәге Халыҡ-ара йәмәғәт премияһына лайыҡ булды.

«Ғафури фонды мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Уның бурысы –Мәжит Ғафуриҙың ғына түгел, республиканың башҡа сағыу шәхестәренең дә рухи мираҫын тынытыу. Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы был наградаға башҡорт телен үҫтереүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның мираҫын һаҡлап ҡалыуы, башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури хеҙмәтенә ҡарата фиҙакәрлеге өсөн лайыҡ булды», - тип билдәләне Камаев исемендәге мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люциә Камалова.

Ләлә Биишева күп йылдар "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәген етәкләне,  шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы советы ағзаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы, хеҙмәт ветераны, халыҡ мәғарифы отличнигы, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты булараҡ билдәле.

Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы 1932 йылдың 2 ғинуарында Күгәрсен районының Туйымбәт ауылында тыуған. Ете йыллыҡ Мәҡсүт мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбенә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡырға инә. 1954 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Студент йылдарында ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, "Башҡортостан" нәшриәтенә рецензиялар яҙа һәм башҡортсаға тәржемәләр яһай. Студенттарҙың "Шоңҡар" әҙәби журналының әүҙем ағзаһы була.

Институттан һуң Силәбе өлкәһендә башҡорт теленән уҡыта. 1967 йылда тыуған районына ҡайтып башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Ситтән тороп Мәскәү сит телдәр институтын тамамлай, Мәләүез районының Воскресенск ауылында немец теленән уҡыта, 1980 йылда Өфөгә күсә.

Ләлә Биишева тыуған еренең тәрән тарихына һаҡсыл ҡарай. Уның башланғысы менән Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылындағы Бәндәбикә кешәнәһе - башҡорт мәҙәниәтенең тарихи-архитектура ҡомартҡыһы тергеҙелә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның туғаны булараҡ, Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы уның мираҫын һаҡлау өҫтөндә арымай-талмай эшләй: яҙыусының донъя күреп өлгөрмәгән ҡулъяҙмаларын баҫтыра, тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында мәҡәләләр яҙа.

Йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишева үҙенең 90 йәше уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге премия менән бүләкләнде
Йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишева үҙенең 90 йәше уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге премия менән бүләкләнде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb