«Йәшәй әле башҡорт моңдары» төбәк-ара башҡорт йыры онлайн-конкурсы иғлан ителде

«Йәшәй әле башҡорт моңдары» төбәк-ара башҡорт йыры онлайн-конкурсы иғлан ителде

БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Ырымбур өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге «Йәшәй әле башҡорт моңдары» төбәк-ара башҡорт йыры онлайн-конкурсын үткәрә. Сараның маҡсаты - башҡорт эстрада һәм халыҡ йырын пропагандалау, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлау, шулай уҡ халыҡсан башҡарыу традицияларын үҫтереү. Унда ҡатнашыуға яңғыҙ һәм күмәк башҡарыусылар саҡырыла, йәш сикләүе юҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2022 йылдың 20 октябренә тиклем «Йәшәй әле башҡорт моңдары» тигән яҙыу эргәһендә башҡорт телендә йыр башҡарырға һәм видеояҙманы   Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресы буйынса электрон почтаға  ебәрергә кәрәк. Электрон хатта башҡарыусының йә коллективтың исемен, бәйләнеш өсөн телефон һандарын һәм йырҙың атамаһын яҙырға кәрәк.

Конкурс эштәре Ырымбур өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең социаль селтәрҙәренә урынлаштырыла. Онлайн-конкурс еңеүселәрен Башҡортостан Республикаһының һәм Ырымбур өлкәһенең билдәле эстрада башҡарыусылары һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән торған жюри билдәләйәсәк. Халыҡ, үҙешмәкәр коллективтар, солистар, дуэттар, трио һәм квартеттар айырым баһалана. Бәйгеселәр 18 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкәндәр төркөмөнә бүленә.

Жюри башҡарыу үҙенсәлеклегенә һәм оҫталыҡ кимәленә иғтибар итәсәк.

Бәйгеселәрҙең барыһына ла ҡатнашыусы сертификаты тапшырыласаҡ.

Конкурс һөҙөмтәләре 2022 йылдың 30 октябрендә иғлан ителә.

Ойоштороу мәсьәләләре буйынса 8-922-555-09-02телефонына шылтыратырға.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb