К.А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға маҡсатлы ярҙам Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының тарафынан бүленде.
Матди нигеҙҙе тулыландырыу арҡаһында уҡыусылар үҙ оҫталығын юғарыраҡ кимәлдә камиллаштыра аласаҡ.
"Бәйгеләрҙә уңышлы сығыштың 50 проценты музыка ҡоралының яңғырашына бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Хәҙер студенттарыбыҙҙың сифатлы ҡоралдарҙа классик һәм заманса программалар башҡарыу, матур яңғырашты ишетеү һәм тыңлаусыларҙы ҡыуандырыу мөмкинлеге бар", - ти колледж директоры Замир Йәнтурин.