«Красный Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге «Башҡорт мәғрифәтселәре» викторинаһында ҡатнашырға саҡыра

«Красный Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге  «Башҡорт мәғрифәтселәре» викторинаһында ҡатнашырға саҡыра

14 декабрҙә, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә,  Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. «Красный Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге, ошо иҫтәлекле көнгә арнап, «Башҡорт мәғрифәтселәре» викторинаһын ойоштора.

Һорауҙары XIX – XX быуаттарҙа йәшәгән билдәле шәхестәргә, исемдәре күптәргә билдәле башҡорт мәғрифәтселәренә арналған.

Викторина 30 һорауҙан тора. Уларҙың барыһына ла яуап биргәндән һуң ҡатнашыусыға үҙ-үҙен тикшереү өсөн дөрөҫ яуаптар асыла. Викторинаны түбәндәге һылтанма буйынса табырға була: https://forms.gle/nzfm3ebtEUNmQbEq9.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb