Күгәрсен районы үҙәгендә моделле китапхана асылды

Күгәрсен районы үҙәгендә моделле китапхана асылды
 
Бөгөн Күгәрсен районының Мораҡ ауылында моделле китапхана асыу тантанаһы үтте. Китапхананы заманлаштырыу "Мәҙәниәт" милли проектында ярҙамында башҡарылды. Был проект матур биҙәлешле, яңы мәғлүмәт технологиялары менән тәьмин ителгән моделле ауыл китапханалары булдырыуҙы күҙ уңында тота.
 
Заманса йыһаз һәм һатып алынған ҡорамалдар ярҙамында Үҙәк район китапханаһы икенсе форматта - күп функциялы яңы быуын учреждениеһы булараҡ эшләй башлай. Физик мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн пандус, саҡырыу төймәһе, навигация саралары ҡуйылған.
 
Китап һөйөүселәрҙе, заманса төҫ алған зауыҡлы китапхананың коллективын тәбрикләргә БР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та килгәйне. Ул күгәрсендәрҙең шатлығын уртаҡлашып, республика буйынса бөгөн алтынсы  шәп китапхана асылыуын белдерҙе.
 
Яңы быуын моделле китапханаһын асыу ауылда һәм районда ҙур ваҡиғаға әүерелде.
 
Күгәрсен районы үҙәгендә моделле китапхана асылды
Күгәрсен районы үҙәгендә моделле китапхана асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb