23 августа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә 2021 йылдың 1-се ярты йыллығы буйынса һөҙөмтәләр барланды. Премьер-министр Андрей Назаров үткән осорҙа был өлкәләрҙә мөһим ваҡиғалар булғанын билдәләне.
"Башҡортостандың ыңғай имиджын үҫтереүгә этәргес биргән VI Бөтә донъя фольклориадаһын тағы телгә алам",– тине Андрей Назаров.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, республика мәҙәниәт өлкәһендә халыҡ-ара саралар үткәреү буйынса имиджын нығытыуҙы дауам итә, тип билдәләне.
"Бөтә донъя фольклориадаһы ваҡытында Башҡортостанға 60 меңләп турист килде", - тине ул.
Мәскәүҙең Чайковский исемендәге концерт залында республиканың Милли симфония оркестры тәү ҡат сығыш яһаны. Ә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡуйған Ж. Масснеҙың “Дон Кихот” операһы Рәсәйҙең Ҙур театры тамашасыларын арбаны.
Тәүге ярты йыллыҡта милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим саралар үткәрелде. Улар араһынан иң мөһиме – апрелдә уҙған республика Башлығы ҡарамағындағы Милли мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы.
Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, мәҙәни сараларға килгәндәр һаны – 21, ә мәҙәниәт буйынса һанлы ресурстарға мөрәжәғәт итеү 28 процентҡа артҡан.
Мәҙәни яҡтан хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу, уның менән күберәк кешене таныштырыу маҡсатында Башҡортостан “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.