Мөхәмәт Иҙрисовтың исеме мәңгеләштерелде

Мөхәмәт Иҙрисовтың исеме мәңгеләштерелде

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Мөхәмәт Иҙрисов йәшәгән йортта иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Мөхәмәт Иҙрисовтың тамырҙары Хәйбулла районы Мырҙа ауылынан. Ҙур сәхнәгә үҙешмәкәр сәнғәт аша килә. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә уңыш ҡаҙанғандан һуң, Фәйзи Ғәскәров һәләтле егетте үҙе етәкләгән ансамблгә саҡыра. Данлыҡлы ансамблдә Мөхәмәт Рамаҙан улы 22 йыл хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында алғы һыҙыҡта 100-гә яҡын концертта хәрбиҙәр алдында сығыш яһай. Һалдаттарҙың Еңеүгә булған рухын күтәрә. Артист «Байыҡ», «Өс таған», « Һыу буйында», «Бүләк» бейеүҙәрен халыҡсан башҡарып, тамашасы күңелен яулай. 4-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә алтын миҙал, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb