25 майҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Хужа Насретдин мажаралары» спектакленең премьераһы буласаҡ. Ул Леонид Соловьевтың «Хужа Насреддин тураһында повесть» дилогияһының тәүге өлөшө буйынса ҡуйыла.
«Хужа Насретдин – бер урында тора белмәгән, һәр саҡ илдәр гиҙергә яратҡан шаян холҡло һәм үткер телле герой. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, кешеләр күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра. Спектакль сағыу һәм күңелле, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булырға оҡшай», - ти театрҙың әҙәби бүлеге мөдире Рәзилә Ырыҫҡужина.
Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссам – Геннадий Скоморохов (Мәскәү ҡалаһы), бейеүҙәрҙе Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлимә Әминева (Ҡазан ҡалаһы) һала, трюктар ҡуйыусы – Айҙар Закиров (Мәскәү ҡалаһы), композитор – Василий Тонковидов (Һамар ҡалаһы), башҡорт теленә тәржемә авторы – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.
Билеттар театр кассаһында һәм сайтында: https://teatrnmt.ru/afisha/