Милли йәштәр театры премьераға әҙерләнә

Милли йәштәр театры премьераға әҙерләнә

Ҡала һәм ауылдар буйлап күңелле арба елә. Арбалағы бәләкәй театрҙың әкиәттәре, мәҙәктәре күп. Бөгөн улар ҡыйыу егет һәм хан ҡыҙы, батыр һәм Аждаһа, Юха һәм шайтанға әйләндерелгән малай тураһында боронғо башҡорт әкиәттәренән төрлө мауыҡтырғыс тарихтар алып килә.

Бер тигәс тә, ни булыр?
Уңған ҡулдарың булыр!
Ике тигәс, ни булыр?
Дәртле аяғың булыр!
Өс тигәс тә, ни булыр?
Батыр йөрәгең булыр! – ти Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың “Арба” әкиәте.

Режиссер Зиннур Сөләймәнов Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары менән ошо әкиәтте сәхнәгә сығарырға әҙерләй. Әкиәт өсөн көйҙәрҙе композитор Диляра Ғәбитова ижад итте. Уларҙы Илшат Яхин аранжировкалай. Ә хореограф Александр Родионов бейеүҙәр өсөн матур хәрәкәттәрен һала. Әлеге мәлдә театрҙың башҡорт труппаһы бына ошо мәшәҡәттәр менән мәз килә.

“Арба”ның премьераһы 11 ноябргә тәғәйенләнгән. Билеттарҙы Пушкин картаһы менән ҡулланып алырға була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb