Милли йәштәр театрында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған фотокүргәҙмә эшләй башланы

Милли йәштәр театрында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған фотокүргәҙмә эшләй башланы

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған фотокүргәҙмә эшләй. Экспозицияла һуғыш, Еңеү тураһында спектаклдәрҙән фотолар ҡуйылды. Бөтә спектаклдәр ҙә театр репертуарынан. Улар араһында Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса “Ике хат”, “Донъяның ярҙары икәү”, “Йәләлетдин атай”, “Үлмәҫбай”, "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", А. Приставкиндың “Ночевала тучка золотая”, Б.Вахтиндың “Синяя-синяя речка” һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙән фотолар бар. Был исемлек йыл һайын тулыланасаҡ.

Быларҙан тыш, театр музейы алдындағы фойела «Барыһын да исемләп хәтергә төшөрәбеҙ» тигән музыкаль-шиғри композициянан фотолар эленгән. 2015 йылдың 8 майында премьераһы уҙған «Барыһын да исемләп хәтергә төшөрәбеҙ» музыкаль-шиғри композиция Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналғайны. Ул тамаша фронтовик-шағирҙар: Мостай Кәрим, Роберт Рождественский, Александр Твардовский, Константин Симонов, Назар Нәжми әҫәрҙәренә нигеҙләнеп эшләнде.

Фотокүргәҙмәләр июнь аҙағына тиклем эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb