Милли йәштәр театрында Максим Горькийҙың пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыласаҡ

Милли йәштәр театрында Максим Горькийҙың пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыласаҡ

Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһы буйынса «Атай» спектакле сәхнәләштерелә башланы. Спектакль өҫтөндә Санкт-Петербургтан саҡырылған ижади төркөм эшләй: ҡуйыусы режиссер - Денис Хөсниәров, ҡуйыусы рәссам - Александр Мохов, костюмдар буйынса рәссам - Мария Лукка, ут буйынса рәссам - Игорь Фомин.

«М. Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһы тәүге вариантында «Атай» тип аталды. Спектаклде тап шулай әйтербеҙ ҙә. Был йәш ғаилә вариҫтарында бөтә кешелек һәм тере нәмә нәҡ уларҙың аталарының башбаштаҡлығынан һәм миһырбанһыҙлығынан һәләк була. Ләкин беҙ уны ғәйепләмәйбеҙ, беҙ унан сығыу юлын эҙләйбеҙ. Сөнки уның урынында һәр беребеҙ булырға мөмкин», - тип һөйләй Денис Хөсниәров.

Спектакль «Кесе Ватан мәҙәниәте» - «Театрҙар - балаларға» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Премьера 2022 йылдың октябренә билдәләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb