Башҡортостан Республикаһының Милли музейында БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, биҙәү-һырлау сәнғәте оҫтаһы Ильис Миниәхмәт улы Ямалетдиновтың 85 йәшенә арналған "Йәнле ағас" исемле күргәҙмә асылды.
Күргәҙмәнең авторы оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештереүсе дәүләт унитар предприятиеның баш рәссамы булып эшләгән. Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан һәм Бөтә донъя конгрестарында миҙалдар яулаған.
Исеме кеүек үк йәнле сараны БР Милли музейы етәксеһе Альбина Ярмуллина асты, “Ағиҙел” биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештереүсе дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе Гүзәл Кәримова, М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейы директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары Светлана Игнатенко, оҫтаның уҡыусылары, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Йәлил Сөләймәнов, БР халыҡ рәссамы Георгий Калитов һәм һөнәрҙәше Риф Абдуллин телмәр тотто.
Ильис Миниәхмәт улын юбилейы менән тәбрикләргә тыуған яғы Дәүләкәндән дә айырым делегация килгәйне – йәмғиәт һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса хакимиәт урынбаҫары Юрий Кузнецов та рәссамды ҡотлап йылы һүҙҙәр еткерҙе.
Ғүмерен сәнғәткә бағышлаған, йән йылыһын ағас һындарға биреп, йорттарыбыҙҙа миллилегенең сағылышы булған сувенирҙар тыуҙырған авторға тағы бер тапҡыр сәләмәтлек, ижад мәнфәғәтен күреүен, оҙон ғүмер теләйбеҙ.