Милли музейҙа Валерий Чернышовтың китабының исем туйы үтте

Милли музейҙа Валерий Чернышовтың  китабының исем туйы үтте

19 ғинуарҙа БР Милли музейында Валерий Чернышовтың “Партизан Киселев хаҡында хикәйәт” тип аталған китаптың исем туйы үтте.

Благовещен ерендә тыуған партизан хаҡындағы әҫәрҙе Валерий Чернышов исемле кеше яҙған. Тарихты яратыуы уны ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә килтерә. Валерий Чернышов ентекле рәүештә партизандар хәрәкәтен өйрәнә һәм яҡташыбыҙ менән бәйле дәлилдәргә юлыға. Ҡулъяҙманы яҙып бөтә, әммә баҫтырып өлгөрмәй, донъя ҡуя.

Исем туйында авторҙың эшен тамамлап ҡуйыусылар - Благовещен тыуған яҡты өйрәнеүселәре булды. Тарихты өйрәнеүсе Ким Мирғаязов, “Кохав” Милли йәһүд мәҙәниәте төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Алексей Лаптев, тыуған яҡ тарихы бүлеге етәксеһе Вера Макарова һәм башҡалар сығыш яһаны һәм партизан исемен мәңгеләштереү өсөн тағы ла бик күп эштәр эшләргә кәрәклеген билдәләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb