Милли музей "Урал батыр" эпосына арналған уйынға саҡыра

Милли музей "Урал батыр" эпосына арналған уйынға саҡыра

19 февраль Башкортостандың Милли музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә һәм М.А.Буранғолов тарафынан «Урал батыр» эпосын яҙып алыуҙың 115 йыллығын билдәләүгә арналған «"Урал батыр" эпосы - хазиналар байлығы» уйыны үткәрелә.

«Урал батыр» - башҡорт эпосы (ҡобайыр), башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ сәнғәте шедевры, «Башҡортостандың Ете мөғжизәһе»нең береһе. Был сараның төп маҡсаты - эпосты мәңгеләштереү һәм йәштәр араһында популярлаштырыу.

Дәртле, зирәк һәм белемле йәштәребеҙҙе квиз-уйында ҡатнашырға саҡырабыҙ! Әйҙә, үҙ көсөңдө һынап ҡара һәм шәп бүләктәр от! Уйын барышында самауырҙан тәмле сәй эсеү, аралашыу, күңел асыу ҡаралған. Командалар һаны сикле - ашығығыҙ, дуҫтар!

Төп приз – атта һыбай йөрөү өсөн сертификат!

Сара киске 19:00 сәғәттә башлана.

Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма аша үтеп командаларҙы теркәргә кәрәк:  https://forms.yandex.ru/u/67ac1f45/

Инеү хаҡы 300 һум. Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Милли музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт.

Бәйләнеш өсөн телефон һандары: 89639076965

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb