19 февраль Башкортостандың Милли музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә һәм М.А.Буранғолов тарафынан «Урал батыр» эпосын яҙып алыуҙың 115 йыллығын билдәләүгә арналған «"Урал батыр" эпосы - хазиналар байлығы» уйыны үткәрелә.
«Урал батыр» - башҡорт эпосы (ҡобайыр), башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ әҙәбиәте ҡомартҡыһы, халыҡ сәнғәте шедевры, «Башҡортостандың Ете мөғжизәһе»нең береһе. Был сараның төп маҡсаты - эпосты мәңгеләштереү һәм йәштәр араһында популярлаштырыу.
Дәртле, зирәк һәм белемле йәштәребеҙҙе квиз-уйында ҡатнашырға саҡырабыҙ! Әйҙә, үҙ көсөңдө һынап ҡара һәм шәп бүләктәр от! Уйын барышында самауырҙан тәмле сәй эсеү, аралашыу, күңел асыу ҡаралған. Командалар һаны сикле - ашығығыҙ, дуҫтар!
Төп приз – атта һыбай йөрөү өсөн сертификат!
Сара киске 19:00 сәғәттә башлана.
Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма аша үтеп командаларҙы теркәргә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/67ac1f45/
Инеү хаҡы 300 һум. Пушкин картаһы ғәмәлдә.
Милли музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт.
Бәйләнеш өсөн телефон һандары: 89639076965