Һамар опера һәм балет театрында Һамар губернаһының 170 йыллығын билдәләнеләр. Өлкә халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, шулай уҡ Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәренән: Татарстан Республикаһының Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, «Марий Эл» дәүләт бейеү ансамбле, П.М. Милославов исемендәге Волга буйы дәүләт рус халыҡ хоры ла килгәйне.
Башҡортостан ҡунаҡтары үҙҙәренең «Сатыр эргәһендә», «Илкәйем» һәм «Йыуаса» йыр-бейеү композицияларын бүләк итте. Шулай уҡ «Мираҫ» урындағы халыҡты башҡорт сәнғәте ынйыһы – хор башҡарыуындағы «Сыңрау торна» йыры менән ҡотланы. Музыкаль әҫәрҙең үҙенсәлекле яңғырашы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тамашасылар Өфө артистарына хайран ҡалды һәм бик оҙаҡ алҡышланы.
Тантаналы кисәлә өлкә халҡын Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров ҡотланы. Һамар — Рәсәйҙең иҡтисади һәм фәнни-техник ҡеүәте тупланған сәнәғәт үҙәге. Күп милләтле мәҙәниәт, үҙенсәлекле йолалар һәм ҡабатланмаҫ гүзәл тәбиғәт Һамар өлкәһенең баһалап бөткөһөҙ ҡаҙанышы булып тора.