Муса Гәрәев тураһындағы китаптар Милли китапхана фондын тулыландырҙы

Муса Гәрәев тураһындағы китаптар Милли китапхана фондын тулыландырҙы

“Кызыл таң” гәзите хәбәрсеһе һәм “Муса Гәрәев. Бейеклектән бөйөклөккә” китабы авторы Зөһрә Исламова Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы фондын яңы китаптар менән тулыландырҙы.

Билдәле летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған китапты хәҙер Башҡортостан район һәм ҡалаларының үҙәк китапханалары ҡулланыусылары уҡый ала. Автор әйтеүенсә, ул китаптарҙы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуып үҫкән Илеш районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһына һәм бөтә мәктәп китапханаларына тапшырған.

Китапҡа геройҙың яҙмышын сағылдырған мәҡәләләр, ауылдаштарының, туғандарының, дуҫтарының, таныштарының иҫтәлектәре, төрлө йылдарҙа гәзит һәм журналдарҙа баҫылған башҡорт, рус һәм татар телдәрендәге мәҡәләләр, очерктар, әңгәмәләр ингән.

Китапта Муса Гәрәев, уның ҡатыны Галина Александровна, улы Евгений Гәрәев менән интервьюлар айырым бүлеккә тупланған.

Муса Гәрәевҡа арналған шиғырҙар һәм йырҙар, Муса Гәрәев музейынан, Гәрәевтар ғаиләһе архивынан, интернеттан фотолар айырым бүлектә бирелгән. Автор Муса Гәрәевтең китаптарының һәм уның хаҡындағы баҫма сығанаҡтарҙың ҡыҫҡаса исемлеген дә тәҡдим иткән. Бындай библиография беренсегә донъя күрҙе.

Китап киң уҡыусылар даирәһенә - өлкән класс уҡыусыларына, тарихсыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, юғары һәм махсус уҡыу йорттары студенттарына, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы һәм бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусыларға иҫәпләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb