"Балалар һәм үҫмерҙәр китабы" нәшриәтенең "Әкиәттәр әйлән-бәйләне" серияһында башҡорт халыҡ әкиәттәренән торған "Тылсымлы өйрәк" китабы донъя күрҙе. Был серияла төрлө йылдарҙа коми-пермяк, тыва, татар, яҡут әкиәттәре, шулай уҡ Төньяҡ халыҡтары әкиәттәре баҫылған.
Йыйынтыҡты педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәйзә Әхмәтрәхимова һәм фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының өлкән уҡытыусыһы Олеся Әхмәтрәхимова төҙөгән. Башҡортостанда тыуып үҫкән рәссам Яна Пчелкина әҫәрҙәргә сағыу йөкмәткеле һүрәттәр әҙерләгән.
- Шуныһы иғтибарға лайыҡ: китап Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында донъя күрҙе. Беҙ башҡорт халҡының көнкүрешен, йолаларын, тарихын сағылдырған әкиәттәрҙе, республиканың географик объекттары тураһында әҫәрҙәрҙе һайланыҡ. Уны ҡысҡырып уҡыу, һуңынан геройҙарҙың ҡылыҡтары тураһында бергәләп фекер алышыу яҡшы булыр. Бер әкиәткә 10-15 минут ваҡыт китәсәк, - тип һөйләне "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталына Олеся Әхмәтрәхимова.
"Әкиәттәр әйлән-бәйләне" серияһының төп маҡсаты - Рәсәй халыҡтарының фольклорын киңерәк танытыу һәм илебеҙҙең төрлө халыҡтар, мәҙәниәттәр йәшәгән сағыу, дуҫтарса образын тыуҙырыу.
Китапты һылтанма буйынса "Балалар һәм үҫмерҙәр китабы" нәшриәте сайтында һатып алырға мөмкин: https://book-team.ru/wolshebnaia-utka-bashkirskie-skazki_s414.html