29 ғинуарҙа Мәскәүҙә Үҙәк кино Йортонда«Төньяҡ амурҙары» исемле яңы тулы метражлы анимация фильмының премьераһы уҙҙы. Йәнһүрәтте Өфөнөң «Муха» студияһы “ Ә. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың булышлығында төшөрҙө. Премьераға Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары, Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостан яҡташтар берлеге вәкилдәре, мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре, кино һөйөүселәр йыйылды.
Хикәйәләү үҙәгендә – рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың тарихы. Тап француздар уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡорт атлыларын «төньяҡ амурҙары» тип атағандар.
«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте киң Рәсәй прокатына сыға. Уны йәйелдереү мәсьәләләрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 26 ғинуарҙа «КАРО» кино селтәренең генераль директоры Алексей Рязанцев менән осрашыуҙа тикшерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Артур Абдрахманов етәкселегендәге «Муха» анимация студияһының ижади коллективы һәм «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев ҡатнашты.
Йәнһүрәтте федераль кимәлдә танытыу Рәсәй тамашасыһын башҡорт анимацияһы, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы менән таныштыра, Ватаныбыҙ халыҡтарының хәрби батырлыҡтары йылъяҙмаһының героик биттәрен аса. Башҡортостан башлығы «Төньяҡ амурҙары «йәнһүрәте айырыуса көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Йәнһүрәт илгә йәш быуынды тәрбиәләүҙә хеҙмәт итер, тип ышанам. Ошо таҫманың илебеҙҙең мәҙәни ваҡиғаһына әүерелеүен теләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Премьера Өфөлә май аҙағында була, унан һуң «Төньяҡ амурҙары" анимация фильмы киң Hәсәй прокатына сыға. Шулай уҡ фильмдың фестивалдәрҙә ҡатнашыуы күҙаллана.