Мәскәүҙә Башҡортостандың Дәүләт оркестрының гастролдәре уҙҙы

Мәскәүҙә Башҡортостандың Дәүләт оркестрының гастролдәре уҙҙы

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры донъялағы иң билдәле концерт залдарында уңышлы сығыш яһаны һәм талапсан Мәскәү тамашасыһының да, илдең билдәле музыка белгестәренең дә юғары баһаһына лайыҡ булды.

2 сентябрҙә оркестр Мәскәү конвсерваторияһының Ҙур залында Илдар Абдразаҡовтың V юбилей фестивален асыуҙа ҡатнашты.

– Быйыл фестиваль программаһы ете ҡаланы үҙ эсенә ала, уларҙа беҙҙең менән концерттарҙа ҡатнашасаҡ балаларҙы һайлап алабыҙ, – тине проект авторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов.

– Был мөһабәт залда беренсе тапҡыр ғына түгелбеҙ, әммә был юлы ике тапҡыр яуаплылыҡ тоябыҙ, сөнки хөрмәтле яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов менән бер сәхнәләбеҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты концерт алдынан оркестрҙың генераль директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин.

Тамашасы сәхнәне һәр биш-алты минут һайын алҡыштарға күмде: донъяның иң билдәле опера йырсыларының береһе Илдар Абразаҡов танылған операларҙан ариялар башҡарҙы. Шулай уҡ Мариинка солисы Владислав Сулимский, Лилит Давтян, Алексей Кулагин, Ульяна Бирюкова, Ольга Привалова сығыш яһаны. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры музыканттары Моцарт, Гендел, Вебер, Беллини, Леонкавалло, Бойто, Бизе, Оффенбах, Верди, Римского-Корсаков, Бородин и Чайковский кеүек бөйөк сәнғәт әһелдәренең әҫәрҙәрен башҡарҙы.  

Илебеҙҙең сәнғәт элитаһынан, билдәле сәйәсмәндәренән һәм эшҡыуарҙарынан торған тамашасы концерттан һоҡланып таралышты. Фестивалдең беренсе концертын музыкаль тәнҡитсе, “Музыкальная жизнь” журналының баш мөхәррире Евгения Кривицкая юғары баһаланы. Татьяна Веденеева Илдар Абдразаҡовтың һәм Милли симфоник оркестрҙың оҫталығына һоҡланыуын белдерҙе.  

– Бик шәп, һәр яҡлап килгән шәп оркестр! Консерваторияла йыш булам һәм хәҙер үҙем өсөн Башҡортостандың Милли симфоник оркестрын асыуыма бик шатмын, – тине алып барыусы.

Фестиваль Илдар Абразаҡовтың тыуған ерендә – Өфөлә 19 октябрҙә Мусоргскиҙың “Борис Годунов” операһын концерт башҡарыуы менән тамамлансаҡ. Унда һәләтле балалар баш дирижер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков идаралығында Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән бергә сығыш яһаясаҡ.

Был концертты 18 сентябрҙә “Мәҙәниәт” телеканалында ҡарай алаһығыҙ.

3 сентябрҙә иһә  Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Мәскәү филармонияһының П.И. Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһаны - донъяның билдәле пианисы Денис Мацуев менән бергә Рәсәйҙең төп мәҙәниәт учреждениеларының береһенең 101-се концерт миҙгелен асты.

Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев былтыр Өфөлә оркестр менән сығыш яһағайны инде.

- Былтыр Григтың концертын бергәләп уйнағайныҡ һәм уның бик етди коллектив икәнлеген аңланым. Әле Прокофьевтың өсөнсө концертына репетиция үткәргәндә оркестр был әҫәрҙе күп тапҡырҙар уйнағандай тойолдо. Улар минең яҙмаларымды алдан тыңлап әҙерләнгән тигән тәьҫорат ҡалды, сөнки минең темпты яҡшы белә - оркестр әҙерлек кимәле бик юғары, - тип билдәләне Денис Мацуев.

Мәскәү филармонияһының П.И. Чайковский исемендәге концерт залында Прокофьевтың өсөнсө концерты һәм Римский-Корсаковтың «Шехеразада»һы яңғыраны.

- Ижади миҙгел Мәскәү консерваторияһының Илдар Абдразаҡов һәм Чайковскийҙың концерт залында Денис Мацуев менән башланып китте һәм 7 сентябрҙә Өфөлә һоҡланғыс программа менән дауам итәсәк. Концертта Густав Малерҙың Етенсе симфонияһы Дмитрий Маслеев менән башҡарыласаҡ һәм артабан Башҡортостан буйлап гастролдәр башланасаҡ, - тип пландары менән уртаҡлашты оркестрҙың генераль директоры Артур Нәзиуллин.

Мәскәүҙә Башҡортостандың Дәүләт оркестрының гастролдәре уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb