Мәскәүҙә "Минең исемем Салауат" фильмының премьераһы үтте

Мәскәүҙә "Минең исемем Салауат" фильмының премьераһы үтте

Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә "Минең исемем Салауат" («Меня зовут Салават») исемле документаль фильмдың исем туйы үтте. Ул күренекле скульптор - Рәсәй сәнғәт академияһы академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың тормош һәм ижад юлы тураһында. Салауат Александрович менән телевидение, радио, баҫма мәғлүмәт саралары йөҙҙән ашыу интервью әҙерләгән. Документаль фильм - уның яҙмышына арналған беренсе таҫма.

Тәүҙә республиканың Рәсәй ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Умарпаша Ханалиев картинаны әҙерләгән ижади төркөм һәм фильм геройы менән осрашты. Ул төркөмдө исем туйы менән ҡотлап, артабан да уңыштар теләне.

«Беҙ киләсәктә лә Башҡортостан мәҙәниәтен илебеҙ баш ҡалаһында танытыуҙы әүҙемләштереү эшендә ярҙам итергә әҙер», - тип белдерҙе фильмдың продюсеры Гәүһәр Батталова менән Салауат Щербаков.

Фильмдың исем туйына килгән ҡунаҡтар араһында – Салауат Щербаковтың туғандары, һөнәрҙәштәре, яҡташтары. Республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле исеменән Умарпаша Ханилиевтың ярҙамсыһы Ришат Халиҡов сығыш яһаны.

«Башҡортостан - Рәсәйгә, СССР-ға өс генераль штаб етәксеһе тәрбиәләгән ер. Салауат Александровичты оло ышаныс менән дүртенсе алтын ҡуллы маршал тип атарға була», - тине ул.

«Легендар скульптор тураһындағы ғәжәйеп фильм Рәсәйҙең дәүләт премияһына һәм илдең «Культура» федераль телеканалында күрһәтеүгә лайыҡ», - тип билдәләне Федерация Советының тарихи-мәҙәни комиссияһы рәйесе Марина Сирота.

«Ошондай фильмдың исем туйы беҙҙең бинала үтеүенә ифрат шатбыҙ. Ижади төркөмдөң оҫталығына хайран ҡалдыҡ», - тине Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары Евгений Кравцов.

«Фильм шис шикһеҙ юғары баһаға лайыҡ», - тип белдерҙе Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы рәйесе Инга Юмашева.

Кисәне алып барыусы, Башкортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең милли мәҙәниәтте үҫтереү бүлеге етәксеһе Азат Ҡаҙаҡбаев: «Фильмды һеҙҙең атай-әсәйегеҙ нисек ҡабул итер ине икән?» - тип ҡыҙыҡһынды.

«Бөгөн минең атайым өсөн иң бәхетле көн булыр ине. Кинотаҫманы әҙерләгән төркөмдө илебеҙҙең мәҙәни ҡаҙанышы тип атарға мөмкин», - тип яуапланы Салауат Щербаков.

Фильм Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте ярҙамында донъяға сыҡты. Ул Мәскәү, Өфө ҡалаларында, Башҡортостандың Архангел районында республиканың мәҙәниәт министрлығы заказы буйынса төшөрөлдө. Картинала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла - исемдәре илдә билдәле рәссам-скульпторҙар, күренекле шәхестәр. Улар араһында Рәсәй сәнғәт академияһы ректоры Зураб Церетели, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Рәсәйҙең хәрби-тарих йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский, армия генералы Рәшид Нурғәлиев һәм башҡалар.

Ни өсөн уның исеме Салауат, фамилияһы Щербаков? Фильмдың авторы һәм продюсеры Гәүһәр Батталоваға был һорауҙы бик йыш бирәләр. Салауат ағайҙың атаһы Дәүләтхужа тарихи Башҡортостандан бүленеп ҡалған Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Ҡолсом ауылынан. 1921 йылғы йот ваҡытында ул үкһеҙ етем ҡала. Балалар йортонда уға Александр Ишкилдов тип яңы исем бирәләр.

Салауат Александрович - башҡорт егете Дәүләтхужа Сиражетдиндың улы. Бөйөк скульпторҙың тамырҙарында башҡорт ҡаны аға. Салауат ағай үҙен «йәш башҡорт» тип иҫәпләй.

Фильм алты өлөшкә бүленгән. Уның исемдәрен ижадсы башҡорт телендә үҙе әйтә.

«Минең атлап йөрөүем, самбист алымдарым башҡортса тиҙәр, йылдар үткән һайын мин башҡорт икәнлегемде нығыраҡ һиҙә барам», - ти ул.

Фойела тамашасыларға Салауат Александровичтың проекттары менән танышыу бәхете лә тейҙе. Оҫтаның Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовты һынландырған һәйкәле киләһе йылда Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында урын аласаҡ.

Яңы фильм өҫтөндә ижади төркөм ярты йылдан артығыраҡ эшләгән. Режиссер Әлфиә Арыҫланова, ҡуйыусы кинооператор Урал Ғатауллин, композитор Илшат Хәлилов, продюсер Айбәк Ғәлиевтең иҫ киткес таланты фильмды бер бөтөн итте.

Проектты әҙерләгән команда Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә фильмдың исем туйын ойоштороуҙағы ярҙамы өсөн оло рәхмәт белдерҙе.

«Минең исемем Салауат» фильмының исем туйы тәүге тапҡыр илебеҙҙең баш ҡалаһында үтте. Тамашасылар, картинаның икенсе серияһын көтөп ҡалабыҙ, тип таралышты. Матур башланғыстың дауамы булыр тип ышанайыҡ.

Текст һәм фото сығанағы: Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге.

Мәскәүҙә "Минең исемем Салауат" фильмының премьераһы үтте
Мәскәүҙә "Минең исемем Салауат" фильмының премьераһы үтте
Мәскәүҙә "Минең исемем Салауат" фильмының премьераһы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb