Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен асты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен асты
 
Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 103-сө ижад миҙгелен асыу тантанаһы үтте. Йола буйынса был көндә артистар һәм театр хеҙмәткәрҙәре СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури һәм Мостай Кәримдең һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.
 
«Билдәле шәхестәребеҙ һәйкәлдәренә сәскә һалыу - ул йола, ғәҙәт кенә түгел, ә мәҙәниәтебеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса үҙенсәлекле акция. Сөнки беҙҙең театрҙың төп бурыстарының береһе - башҡорт әҙәби телен һаҡлап ҡалыу»,- тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илдар Ғүмәров.
 
Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаева Башҡорт академия драма театрының данлы йолаларын дауам иткән йәш актерҙарға  матур премьералар һәм уңыштар теләне.
 
Шул уҡ кистә «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектакле күрһәтелде, уны Айрат Абушахманов ҡуйған. Спектаклде ҡарарға РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова килде. Кисә аҙағында абруйлы ҡунаҡтар театр коллективы менән осрашты һәм миҙгелдең уңышлы тамамланыуын теләне.
 
Яңы миҙгел сағыу һәм мауыҡтырғыс булырға вәғәҙәләй. 14 октябрҙә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы Фидан Ғафаров юбилейын «Бәхет хаҡы» спектакле (Хәлисә Мөҙәрисова, режиссеры - Айрат Абушахманов) менән билдәләй.
 
28 октябрҙә Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе була.
 
Ноябрҙә яңы миҙгелдең премьераһы -  Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» спектакле көтөлә, уны режиссёр Айрат Абушахманов ҡуйған.
 
Декабрҙә - Хәбибулла Ибраһимовтың «Еҙнәкәй» спектакленең премьераһы тәҡдим ителәсәк, режиссёры - Илсур Ҡаҙаҡбаев.
 
Ноябрь башында театр Ырымбур һәм Силәбе ҡалаларына гастролгә юллана.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен асты
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен асты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb