Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Фольклориада йомғаҡтары менән таныштырҙы

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Фольклориада йомғаҡтары менән таныштырҙы
10 июлдә республика VI Бөтә донъя фольклориадаһын оҙатты. Фольклор фестивалендә 37 илдән 1000-дән ашыу кеше ҡатнашты. Фестивалде үткәреүҙә 3 мең ярымдан ашыу кешенең ҡатнашлығы булған, был – журналистар, ирекмәндәр, кураторҙар, ҡаршы алыусылар, тәржемәселәр, водителдәр, туҡланыу һәм йәшәүҙе ойоштороу өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар.

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошондай һандарҙы килтерҙе.

Фестиваль саралары 28 концерт майҙансығында барып, уларҙа 61 сығыш үткән.

“Төп сәхнә – Өфө амфитеатрындағы “Фольклориада йөрәге”ндә, баш ҡалала ойошторолған өс фан-зонала, республиканың 22 ҡала-районындағы майҙандарҙа, күргәҙмәләрҙә 300 меңдән ашыу кеше булып китте. Телевизорҙан барған трансляциялар, интернет-ресурстар бик күп тамашасыны йыйҙы”, – тип аныҡлап китте Әминә Шафиҡова. Әлеге көнгә билдәле булған ҡарауҙар һаны – яҡынса 10 миллиондан ашыу.

Барыһының да хәтеренә иҫ киткес тамаша – Фольклориаданы асыу тантанаһы уйылып ҡалды. Бында 800-ҙән күберәк кеше ҡатнашҡан. Сараның баш режиссеры Айҙар Зөбәйҙуллин ине. CIOFF президенты Ф. Боссан был тантананы “бөтәһенең араһынан иң яҡшыһы” тип атаны.

4 июлдә фестивалдең эшлекле өлөшө – CIOFF-тың мәҙәниәт буйынса халыҡ-ара конференцияһы эшләне. Ул “Донъя мәҙәниәте мираҫының бер өлөшө булараҡ Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы” тип аталды.

Ә. Шафиҡова "Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.

“Ҡатнашыусылар һәм улар менән тығыҙ аралашҡан кешеләрҙе күҙәтеүҙә тотоу буйынса уртаҡ эш бик теүәл алып барылды”, – тине ул.

Был һандар, мәғлүмәттәр – Фольклориада буйынса йыйылған белешмәнең яҡынса һөҙөмтәләре, бер генә өлөшө әле. Артабан һығымталар яһалып, мәғлүмәттәр тулыландырыласаҡ.

Йомғаҡлап әйткәндә, фестиваль буйынса мәғлүмәт менән алышыу башлыса ыңғай, донъя фольклор байрамында ҡатнашҡандар ҙа, тамашасылар ҙа ҡәнәғәт. Республика ҡыҫҡа ваҡытҡа ысын байрам мөхитенә сорналды.

Әминә Шафиҡова белдереүенсә, 16 июлдә БР-ҙың Милли музейында Фольклориада һөҙөмтәләренә бағышланған күргәҙмә асыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb