Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Илнур Мөфтәховтың яңғыҙ концерты уҙа

Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Илнур Мөфтәховтың яңғыҙ концерты уҙа

24 ноябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Илнур Мөфтәхов үҙенең концертына саҡыра.

Илнур Мөфтәхов Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә 13 йыл сығыш яһай һәм йыл һайын тамашасыларҙы үҙенең концерттары менән ҡыуандыра. Яңы программаны артист «Бәхет» тип атаған.

- Һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай: берәү өсөн ул - яҡындарының сәләмәтлеге, икенсегә - матди байлыҡ, ә кемгәлер бәхет өсөн бер кәнфит бүләк итеү ҙә етә. Минең үҙем ижад иткән «Бәхет» тигән йырым да бар. Бәхетте ситтән эҙләмә, ул үҙ ҡулыҡда, күрә белергә генә кәрәк, тигән мәғәнә һалынған ул йырға. Шәхсән минең өсөн бәхет - сәхнәлә сығыш яһау һәм тамашасылар менән аралашыу, - тине «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»на талантлы йырсы.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Илнур Мөфтәхов коронавирус пандемияһы ваҡытында ла яңғыҙ концерт биреүҙән туҡтаманы һәм филармония артистары араһында тәүгеләрҙән булып онлайн-концерт тәҡдим итте.

Илнур Мөфтәховтың тағы бер үҙенсәлекле һыҙаты - төрлө телдәрҙә йыр башҡарыу. Рус, башҡорт, татар, мари, итальян һәм башҡа телдәрҙә йырҙар филармония тамашасыларының күңеленә хуш килде. Юғары профессионаллек, даими ижади эҙләнеү, репертуарының төрлөлөгө тамашасылар араһында киң танылыу яуларға рҙам итә.

«Бәхет» концерт программаһында сәхнәлә Илнур Мөфтәхов башҡарыуында өр-яңы һәм тамашасылар яратып өлгөргән йырҙар яңғырай. «Түңгәүер» бейеү ансамбле, йәш һәм талантлы балалайкасы Ильяс Гәрәев, сағыу солистар Нәфис Ниғәмәев, Арина Утепергенова һәм башҡалар дәртле сығыштар бүләк итәсәк.

Билеттарҙы кассала йәки сайтында һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин: https://ufa.kassy.ru/events/koncerty-i-shou/2-15187/.

Пушкин картаһы ғәмәлдә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb