Нефтекама дәүләт филармонияһының «Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале» сиктәрендәге гастролдәре тамамланды

Нефтекама дәүләт филармонияһының «Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале» сиктәрендәге гастролдәре тамамланды

2021 йылдың 20 октябренән 9 декабренә тиклем «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә «Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале» уҙҙы. Фестиваль сиктәрендә Нефтекама, Ағиҙел, Бөрө ҡалаларының концерт майҙансыҡтарында, шулай уҡ Борай, Балтас, Тәтешле, Краснокама, Дүртөйлө, Яңауыл, №алтасы һәм Асҡын райондарының мәҙәниәт йорттарында Нефтекама дәүләт филармонияһының гастролдәре ойошторолдо.

Урындағы властар шулай уҡ тематик күргәҙмәләр һәм стендтар ойошторҙо, улар ярҙамында төбәк халыҡының көнкүреше һәм йәшәйеше менән танышырға мөмкин булды.

Сараларҙа райондың рәсми вәкилдәре, йәмәғәтселек фекере лидерҙары, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре белгестәре һәм етәкселәре, РФ Дәүләт Думаһының Төбәк саҡырылыш депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты. Филармонияның һәләтле артистары башҡарыуында «Шәжәрәңде барла!» сағыу концерт программаһында башҡорт халыҡ йырҙары, эстрада музыкаль әҫәрҙәре, яңы инструменталь һәм хореографик композициялар яңғыраны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb