20-31 августа Нефтекама дәүләт филармонияһының БР-ҙың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Өмөт, хыял, йыр менән» тип исемләнгән концерт программаһы менән Силәбе өлкәһенә гастролдәргә юллана. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
Гастролдәр Ҡуҫа ҡалаһынан башлана һәм Сосновка, Сыбаркүл, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Кәҫле райондарында һәм Озерск ҡалаһы биләмәһендә дауам итә.
Силәбелә башҡорттар – төбәктең төп аҫаба халҡы, Урал аръяғы башҡорттары этник төркөмөнә ҡарай. Ғалимдар әйтеүенсә, уларҙың формалашыу нигеҙендә башҡорттарҙың төньяҡ-көнсығыш этнографик төркөмө ырыуҙары тора:
• ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: бәкәтин, ҡалмаҡ, ҡатай, һалйот, һеңрән һәм терһәк;
• табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: ҡыуаҡан, һырҙы һәм табын;
• әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: әйле һәм һыҙғы.
Уларҙың һөйләшеү теле башҡорт теленең көнсығыш (ҡыуакан) диалектына ҡарай. Ул бер нисә һөйләшкә бүленә: арғаяш, әй-йүрүҙән, мейәс, һалйот һәм ҡыҙыл.
Ғалим, яҙыусы Әбделҡадир Инан, Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең һәм Уложенная комиссияһына һайланған башҡорт депутаттарының (1767—1769) береһе Баҙарғол Юнаев, Советтар Союзы Геройҙары – осоусы Ғаяз Баймырҙин, пулеметсы Барый Солтанов, ғалимдар – этнограф Наил Бикбулатов, философ, культуролог Дамир Вәлиев, медицина фәндәре докторы, профессор Зәйнулла Ихсанов, көрәш буйынса РСФСР-ҙың тәүге чемпионы Харис Йосопов, шағирә Кәтибә Кинйәбулатова, башҡорт драматургы, яҙыусы һәм шағир Ҡадир Даян, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев, спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин, профессиональ боксерҙар Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар, Денис Шафиҡов һәм башҡалар Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән.
“Ҡайһы төбәктә йәшәһәк тә, беҙ бер-беребеҙгә ҡәрҙәштәр, туғандар. Тәрән тамырлы, сағыу тарихлы төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе «Ҡәрҙәштәр» башҡорт төркөмөнөң концерттарына саҡырабыҙ. Тамашанан рухи күтәренкелек алып ҡайтығыҙ!” – ти Раян Алтыншин.
Белешмә өсөн телефон: 8 (34783) 4-69-51, 4-32-77, 4-49-45.