Нефтекама филармонияһы солисы Илгиз Миңлеәхмәтов Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан концерт ҡуйҙы

Нефтекама филармонияһы солисы Илгиз Миңлеәхмәтов Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан концерт ҡуйҙы

Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтовтың «Атайҙарҙың йырҙары» исемле концерты үтте. Программаға совет һәм ватан композиторҙарының әҫәрҙәре, төрлө быуын ватандаштарыбыҙҙың яратҡан йырҙары ингән.

«Совет халҡының нацизмға ҡаршы көрәштә ҡаһарманлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу – ҡот осҡос фажиғәнең ҡабатланыуын иҫкәртеү ул.  22 июнь – илебеҙҙең һәм халыҡтың бөйөклөгөн символлаштырған иҫтәлекле көн. Хәтер һәм ҡайғы көнө - һуғыштың бөтә михнәттәрен үткән һәм еңеүгә өлгәшкән атай-олатайҙарыбыҙ өсөн милли ғорурлығыбыҙ көнө. Был концертҡтың программаһына Рәсәйгә, уның героик тарихына һөйөү менән һуғарылған патриотик йырҙар һайланды», - тип билдәләне Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb