Нефтекамала Рифҡәт Ғәбделйәновтың юбилей кисәһе үтте

Нефтекамала Рифҡәт Ғәбделйәновтың юбилей кисәһе үтте

Кисә Нефтекама дәүләт филармонияһының Ҙур концерт залында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәновтың юбилей кисәһе үтте. Ижад кисәһендә артист үҙенең йырлы-моңло үткән юлдарына байҡау яһаны. Залда ла, сәхнәлә лә юбилярҙың дуҫтары, яҡындары, ижадташтары йыйылған ине.

Программала юбиляр башҡарыуында өр-яңы йырҙар һәм тамашасылар яратып тыңлаған билдәле, популяр хиттар яңғыраны, шулай уҡ ижадташ дуҫтарының сығыштары ла булды. Мауыҡтырғыс тамашала Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло һәм оҫта йырсылары һәм данлыҡлы "Түңгәүер" бейеү ансамбле үҙҙәренең иң күркәм сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ күңелле ял минуттары бүләк итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb