Күптән түгел Красноярск крайында Норильск асыҡ китапханаһында «Уралым» башҡорт ижтимағи-мәҙәни ойошмаһы концерт ойошторҙо. Бындай тамаша тәүге тапҡыр дүрт йыл элек үткәрелгән.
"Уралым" ойошмаһы исеменән тамашасыларҙы әүҙемселәр Гүзәл Сөнәғәтуллина менән Флүр Теүәлбаев сәләмләгән.
«Кисәлә башҡорт фольклоры һәм заман милли сәнғәте өлгөләре тәҡдим ителде. Боноғо башҡорт халыҡ һәм заман йырҙарын оҫта башҡарған Илмир Ултыраҡов менән Зөбәйҙә Ҡоломбәтова кеүек сағыу һәм талантлы йырсылар Норильск тамашасыһы өсөн асыш булды », — тип һөйләне Гүзәл Сөнәғәтуллина.
Гөлнәз Ишемова һәм Лилиә Дәүләтбирҙина «Ҡыҙҙар уйыны» һәм «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүҙәрен башҡарған. Программала шулай уҡ Ғаян Ялсығолов һәм бейеүсе Ғәзинур Алғушев ҡатнашҡан.
Саксофонсы Айнур Аҡмырҙин һәм XI класс уҡыусыһы Азалия Ғөбәйҙуллина тамашаның иң йәш ҡатнашыусылары булған.