4 декабрҙә “Нур” театрының Ҙур залында “Театр – яҡтылыҡҡа, нурға илтә” исемле тантаналы кисә уҙасаҡ. Әлеге сара театрҙың 30 йыллығына бағышланған. Байрамда театрҙың дуҫтары, коллегалары, танылған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, журналисттар һәм мөхтәрәм ҡунаҡтар йыйыласаҡ. Тамашасылар яратҡан артистары һәм саҡырылған ҡунаҡтар башҡарыуында лирик йырҙар, сағыу бейеүҙәр ҡарай аласаҡ.
Тамаша 18 сәғәттә башлана.