«Нур» театры Төбәк-ара милли йәш тамашасылар һәм йәштәр театрҙары фестивалендә ҡатнашасаҡ

«Нур» театры Төбәк-ара милли йәш тамашасылар һәм йәштәр театрҙары фестивалендә ҡатнашасаҡ

Өфө «Нур» татар дәүләт театры Мостай Кәримдең «Айгөл иле» спектакле менән (режиссеры - Зиннур Сөләймәнов) Иосиф Трер исемендәге «Волга әкиәте» VI төбәк-ара милли йәш тамашасылар һәм йәштәр театрҙары фестиваленә барасаҡ. «Нур» театры үҙенең спектакле менән 16 ноябрҙә фестивалде аса. 

Фестиваль Чебоксары ҡалаһында М. Сеспель исемендәге Сыуаш дәүләт йәш тамашасы театрында 2021 йылдың 16-21 ноябрендә уҙа.

Фестиваль сиктәрендә балалар һәм йәштәр өсөн милли драматургия лабораторияһы ойоштораласаҡ, унда йәш режиссерҙар иң яҡшы конкурс пьесалары буйынса эскиз ҡуйылыштарын тәҡдим итәсәк.

«Нур» театры Төбәк-ара милли йәш тамашасылар һәм йәштәр театрҙары фестивалендә ҡатнашасаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb