“Нур” театры ҡарамағындағы балалар студияһына уҡыусылар йыялар

“Нур” театры ҡарамағындағы балалар студияһына уҡыусылар йыялар

Өфө “Нур” татар дәүләт театры ҡарамағында эшләп килгән балалар театр студиһы уҡыусылар йыйыуы тураһында иғлан итте. Уҡыуға 5 – 16 йәштәге балалар саҡырыла. Уҡыу-уҡытыу программаһына актер оҫталығы, сәхнә теле, хореография, вокал буйынса дәрестәр ингән.

“Балалар менән тәжрибәле артистар һәм педагогтар эшләй. Улар уҡыусыларҙан актерҙар әҙерләү бурысын ҡуймай, ә үҙ-үҙҙәрендә ышанысын нығытырға, фекерҙәрен әйтә белергә һәм тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтә”, - ти студия етәксеһе, актриса Ленария Хажиева.

Студияға яҙылыр өсөн август аҙағына ҡәҙәр 8 937 364 38 07 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк.

 

Белешмә өсөн:

Өфө “Нур” татар дәүләт театры ҡарамағындағы балалар театр студиһы 2017  йылдан алып эшләй. Бөгөн унда йөҙгә яҡын бала шөғөлләнә. Уҙған ижад миҙгелендә студияның сәхнә эштәре тулы залдар йыйып, ҙур уңыш менән уҙҙы. Алексей Толстойҙың “Алтын асҡыс” әкиәте буйынса ҡуйылған спектакль Ҡазанда “Көнсығыш әкиәте” XXXIII халыҡ-ара конкурс-фестивалендә гран-при яуланы. Шул ук бәйгелә студия етәксеһе Ленария Хажиева «Иң яҡшы етәксе» номинацияһында бүләкләнде. Уҙған ижад миҙгелен студия Джеймс Мэтью Барриҙың әкиәти повесы буйынса “Питер Пэн” инклюзия спектакле менән япты. Был сәхнә әҫәрен ҡуйыуҙа һикһәндән артыҡ бала, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикле  балалар ҡатнашты. Тамашасылар һорауы буйынса әкиәтте ике тапҡыр уйнанылар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb